«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Тамыр" каналының тағы ла бер оло еңеүе!



01.05.2019 "Тамыр" каналының тағы ла бер оло еңеүе!

"Тамыр" телеканалының "Геройҙар беҙҙең арала" тип аталған документаль фильмы "Герой нашего времени" Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яуланы! Бүләкләү тантанаһы Калуга ҡалаһында үтте.


Конкурста Рәсәйҙең 78 телекомпанияһынан 140 эш ҡатнашты. Журналист, яҙыусы һәм тарихсы Леонид Млечин етәкселегендәге жюри ағзалары "Цена жизни" номинацияһында еңеүсе тип "Тамыр" телеканалы фильмын атаны.
- Был фильм "Йәш гвардия"ның Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Люция Юлыева тәҡдиме менән Бәләкәй геройҙар форумы өсөн махсус төшөрөлгәйне. Бөгөнгө еңеү менән фильмдың авторҙары - режиссеры Адель Һунарғолова, журналист Татьяна Никитина, оператор Руслан Бикбаев һәм монтаж инженеры Шамил Хәмитовтарҙы ҡайнар ҡотлайым! - ти "Тамыр" телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Фестивалдең бүләкләү тантанаһында Теле-радио тапшырыуҙарының милли ассоциацияһы президенты Эдуард Сагалаев, генераль директоры Александр Широких, Калуга өлкәһе губернаторы Анатолий Артамонов, тележурналистар Оксана Барковская, Леонид Млечин, Игорь Угольников, яҙыусы Татьяна Устинова, оператор Дмитрий Ходаковский һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты.
"Герой нашего времени" фестивален Теле-радио тапшырыуҙарының милли ассоциацияһы Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм Калуга өлкәһе Хөкүмәте менән берлектә ойошторҙо.



Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға