«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Актер булғың киләме? "Хәйбулла"ға кил....



01.05.2019 Актер булғың киләме? "Хәйбулла"ға кил....

Рөстәм Шәйхетдиновтың яңы фильмында төшөү өсөн кастинг иғлан ителә. Ысынбарлыҡҡа таянып яҙылған сценарий буйынса эш 2020 йылдың ҡышында башлана.

Ҡыҫкаметлажлы "Хәйбулла" фильмының режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов, сценарий авторы Даниил Рази. Унда 1922 йылдағы төпкөл башҡорт ауылындағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Тап ошо йылдарҙа илдә "Ҙур аслыҡ" мәле башлана. Башҡортостанда халыҡ бер миллионға кәмей. Сюжет буйынса Хәйбулла исемле ирҙең аты юғала. Ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн ул малын эҙләп юлға сыға һәм бер генә тапҡыр булһа ла тамаҡ ялғау өсөн һуңғы сиккә еткән кешеләргә тап була...
"Хәйбулла" фильмы проекты ҡыҫҡаметражлы фильмдар конкурсында еңеү яуланы. Конкурс шарттарына ярашлы, "Башҡортостан" киностудияһы режиссерға 100 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтәсәк, "Canon" компанияһы төшөрөү өсөн кинокамера һәм кинооптика менән тьәмин итә, ә "Cinemusic Ufa" студияһы музыкаль биҙәлеште үҙ өҫтөнә ала.
Йәш режиссер Рөстәм Шәйхетдинов 2016 йылда төшөргән "Йәтим" фильмы менән танылыу яуланы. Был эше Силәбе, Бөрө, Тула ҡалаларында үткән фестивалдәрҙә призлы урындр яуланы, 40-сы Халыҡ-ара Мәскәү фестивалендә конкурстан тыш программала күрһәтелде.
"Хәйбулла" фильмына төшөү өсөн кастингка ябыҡ кәүҙә төҙөлөшлө ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, 8 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ һәм 10-14 йәштәрҙәге ике малай роленә актерҙар саҡырыла. Махсус белем мотлаҡ түгел.
Белешмә өсөн телефон һандары: 89061070700.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға