«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кешегә һөжүм иткән һеләүһен ҡотороҡ сирле булған



30.04.2019 Кешегә һөжүм иткән һеләүһен ҡотороҡ сирле булған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - үтә күңелһеҙ хәл 29 апрелдә Бүздәк районының Ҡаҙаҡлар-Ҡобау ауылында булған.

Урман янында йәшәгән ир йортонан сыҡҡас, баҡсала һеләүһен күреп ҡалған. Уны ҡыуырға маташҡан, тик йыртҡыс ҡойма аша һикерәм тип, ирҙең өҫтөнә килеп төшкән. Ҡырағай бесәй йорт хужаһының башын, муйынын, яурынын йыртып талаған.
Зыян күреүсене тиҙ арала дауаханаға алып барғандар.

Ә йыртҡысты һунарсылар атып алған. Түшкәһен тикшергәс, һеләүһендең ҡотороҡ сире менән ауырығаны асыҡланған.

Әйткәндәй, февраль айында ла ошондай хәл булғайны. Баҡалы районының Нуғайбәк ауылында балыҡтан ҡайтып барған ирҙе һеләүһен талаған. Йыртҡысты атып алғандар, уның да ҡотороҡ сирле булыуы асыҡланған.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға