«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы Ергән "глава"һы эсеп машина йөрөткәнендә тотолған



30.04.2019 Яңы Ергән "глава"һы эсеп машина йөрөткәнендә тотолған

БР буйынса Тәфтиш комитеты Хәйбулла районының Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығына - 61 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асыуы тураһында хәбәр итә. Ул 22 мартта Аҡъяр-Яңы Ергән юлында иҫерек көйөнсә "Рено-Логан" менән идара иткәнендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә эләккән.

Баҡтиһәң, "глава" быға тиклем дә эсеп руль артына ултырып тотолған һәм йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар иргә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим иткән, тик ул бынан баш тартҡан.

Әле был хәл буйынса тәфтиш процедуралары бара.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға