«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » МЧС хәбәр итә



27.04.2019 МЧС хәбәр итә

Башҡортостанда көн торошо ҡапыл ғына үҙгәрҙе.

Шулай булыры билдәле ине инде. Берәй матур байраммы йә оҙайлы ялдармы - мотлаҡ көн боҙола.

Әле бына, ҡалай яҙ иртә килде, ҡояш та апаруҡ ҡыҙҙырырға өлгөрҙө, тип ҡыуана инек. МЧС "эште боҙҙо": көслө ел буласаҡ, тип хәбәр таратты. Артынса ысынлап та дауылланы. Ямғыры ла көттөрмәне.

Иртәгәгә һауа торошо: дауыл, ямғыр, йәшен. Урыны менән, тинеләр. Ел тиҙлеге секундына 18 - 23 метр. Былай көн йылы буласаҡ. Фаразлауҙарынса, төндә +7 градусҡа тиклем, көндөҙ урыны менән +20-гә етеүе ихтимал.

Юлда һаҡ булығыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға