«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек"тәр ҙә ағас ултыртты



27.04.2019 "Йәшлек"тәр ҙә ағас ултыртты

"Йәшлек"тәр ҙә ағас ултыртты27 апрелдә "Берҙәм ағас ултыртыу көнө" акцияһына "Йәшлек", "Өмет" республика гәзиттәре, "URMAN - лесные решения" прект ойошмаһы ла ҡушылды.

Улар БР Урман хужалығы министрлығы белгестәре етәкселегендә Шишмә районының Бикәй ауылы янында 1,6 гектарға яҡын ергә ҡарағай үҫентеләре ултыртты.

Бөгөнгө сара "Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!" бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үтте. Республикала унда йәмәғәт ойошмалары, ауыл-ҡала халҡы ҡатнашты.
1,6 миллион үҫенте 120 урында дөйөм 400 гектар майҙанда ултыртылды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға