«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йорт идарасыһы – абруйлы һөнәр



28.04.2019 Йорт идарасыһы – абруйлы һөнәр

“Торатау” Конгресс-холында “Управдом” республика форумы уҙҙы. Уның эшенә йомғаҡ яһауҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Сараға килеүселәр беҙҙең көнитмештең иң сетерекле бер тармағы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың мөһим мәсьә­ләләрен тикшерҙе, файҙа килтерерҙәй тәҡдимдәрен еткерҙе.

“Управдом” форумы, исеменән үк күренеүенсә, башлыса ҡала мөхитенә ҡағылды. Унда подъездар ремонты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, күп фатирлы йорттарҙы ҡарауға бәйле “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был форумды йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде.

– Йорт идарасылары – беҙҙең ихата-йорттарҙа тәртип булдырыуҙа төп ярҙамсылар, – тине республика етәксеһе. – Киләһе форумда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығынан ошо саралағы күрһәтмәләрҙе үтәү буйынса отчет биреүен һорайым.

Берлектәге эш был форум менән генә бөтмәй: бер айҙан Радий Хәбиров «түңәрәк өҫтәл»дәр модераторҙары менән осрашып, тәҡдим-идеяларҙы тағы бер тапҡыр анализлап, уларҙы нисек ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләйәсәктәр.

Ҡалаларҙы күркәм һәм таҙа итеүгә етди тотондолар, шикелле, ниһайәт.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға