«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Руслан Ғиләжетдинов Учалы районы башлығы итеп ҡуйылды



25.04.2019 Руслан Ғиләжетдинов Учалы районы башлығы итеп ҡуйылды

Кисә, 24 апрелдә Учалы районы Советы депутаттары район хакимиәте башлығы итеп Руслан Ғиләжетдиновты раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров март айы аҙағында район етәксеһе вазифаһын башҡарырға ҡуйғайны. Вакант эш урынына биш кандидат дәғүә итте.

Руслан Ғәлийән улы 1974 йылдың 14 февралендә Учалы ауылында тыуған. 2000 йылда БДАУ, 2005 йылда ӨДНТУ тамамлаған.
Хеҙмәт юлын "Башкирнефтепродукт" ААЙ-ында башлап, инженер вазифаларын үтәгән. 2011 йылдан бирле Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Өйләнгән, ике балаһы бар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға