«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ваҡыт арбаһында тарихи үткәндәргә



25.04.2019 Ваҡыт арбаһында тарихи үткәндәргә

Ваҡыт машинаһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр бит?! Ә беҙ ишетеү генә түгел, ваҡыт арбаһына ултырып, үткәндәргә сәйәхәт тә ҡылдыҡ. Тамсы ла шаштырмайбыҙ, биллаһи-валлаһи, ысын шулай булды: гүйә, сәғәттәр зырылдап кире әйләнде лә, бар йыйылған халыҡ тотошлай совет осорона барҙы ла сыҡты!

Әбйәлил районы Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең бинаһында ғына ултырған килеш, үткән быуаттың 70-90 йылдарына – ата-әсәйҙәрҙең йәш-йәшел сағына, олатай-өләсәйҙәрҙең емертеп колхозда эшләп йөрөгән мәленә күҙ һалып, ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та, һағыш та кисерҙек. Кит, юҡты ни, фантазерҙар, әкиәт һөйләмәгеҙ, тип баштан уҡ ҡырҡа бәрә һуҡмағыҙ, машина тураһында саҡ ҡына арттырып ебәрһәк тә, ҡалғаны хаҡ. Һүҙ “Әбйәлил районының хәрби һәм хеҙмәт даны юлдары буйлап” тип аталған тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү эстафетаһы хаҡында бара. Район мәғариф бүлеге тарафынан мәктәптәр араһында ойошторолған был күркәм сара республикабыҙҙың йөҙ йыллығына арналғайны.

Бер ай буйына дауам иткән эстафета райондың бөтә мәктәптәрен солғап алған: уҡыусылар республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүен, коллективлашыу осорон, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен һүрәтләгән, сәхнәләштергән, данлы яҡташтарының исемен ҡабат-ҡабат хәтерҙә яңыртҡан, онотолғандарын тергеҙгән. Тулҡындай таралған был сара Байым биләмәһенә лә килеп етте. Ә Байым тигән төбәктә айырым-айырым йәшәй ҙә, эшләй ҙә белмәйҙәр. Нимәгә тотонһалар ҙа, күбәләктәр эште тик бергә, берҙәм, бер төптән башҡара. Шуға мәктәп тә эстафетаны яңғыҙы ғына ҡабул итеп алмай, уны тотош биләмә менән күтәреп алғандар.

Ошо турала тулыраҡ мәғлүмәт киләһе һанда.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Авторҙың фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға