«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы Шамонинмы әллә был ауыл?



24.04.2019 Яңы Шамонинмы әллә был ауыл?

Беҙ бәләкәй саҡта ауылыбыҙға күрше Прогресс утары була торғайны. Үҙе Прогресс, үҙе - утар. Ҡыҙыҡ, эйеме? Унда бер өс-дүрт кенә өй ултырғанын хәтерләйем.

Ауыл бөтә, тиеп илаулаусылар бар. Был проблема беҙҙең яҡтарға ҡағылмай. Үҙемдең ауылым урынлашҡан биләмәләрҙе күҙ уңында тотоп әйтәм.

Беҙҙең Күгәрсен районының Бикес (минең тыуған ауылым йәғни) менән Тәүәкән араһындағы баяғы утар хәҙер ма-атур ауыл булып үҫеп килмәһенме!

Бөгөн ике ауыл араһын ике тапҡыр үтергә тура килде лә, форсаттан файҙаланып, Прогресты фотоға төшөрҙөм. Миңә ул нишләптер Шамонинды хәтерләтте.

Иҫ киткес ҡупшы, бер иш кенә 20 өй, уның ҡаршыһында тағы ла тиҫтәләп йорт ҡыуандырҙы мине. Бөткән утарҙа шундай йорттар ҡалҡып сыҡҡан икән, тимәк, йәшәйбеҙ әле!

Беҙҙең яҡтың Шамонинында "Тәүәкән" ДУАП-ында эшләүселәр йәшәй. Өфө янындағы ысын Шамониндағы кеүек, бындағылар ҙа, РӘХМӘТ, БАБАЙҒА, ти икән.

Әйткәндәй, Тәүәкән юлында беренсе президенттың һүҙҙәре менән баннер ҙа тора:"Төҙөйбөҙ, тимәк, киләсәккә ышанабыҙ!"

Шуныһы ғына: Шамонин һәм Прогрестың үҙебеҙсә атамаһы ла булһа...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға