«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Энергетика, хоккей һәм футбол - сит илдәр беҙҙе ошолар буйынса белә



24.04.2019 Энергетика, хоккей һәм футбол - сит илдәр беҙҙе ошолар буйынса белә

Ошоларҙы сит илдәрҙә әйтһәң - Башҡортостан тип беләсәктәр

"Смыслография" аналитика агентлығы һәм Dow Jones компанияһы 2018 йыл өсөн тикшереү үткәргән. Инглиз телле мәғлүмәт саралары Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостан энергетикаһы, хоккейы һәм футболы менән танылыуын асыҡланған.

Башҡортостан рейтинг исемлегендә өсөнсө урында урынлашҡан һәм Краснодар менән бер үк һанда балл йыйған. Беҙҙең республика был күрһәткесте 11 пунктҡа яҡшыртҡан - 2017 йылда 14-се урында килгәйнек.

Сит илдәо "Башнефть" компанияһы хәбәрҙәре менән ныҡ ҡыҙыҡһынған. Шулай уҡ Fortum фин компанияһының беҙҙә ҡояш батареялары һәм ел генераторҙары ҡуясағы тураһындағы мәғлүмәтте күп ҡарағандар. "Салауат Юлаев" хоккей клубы, Рәсәй Премьер-лигаһы һәм Европа Лигаһы алып барған футбол матчтары, "Өфө" — "Глазго Рейнджерс" буйынса спорт яңылыҡтарын да сит илдәр күп күҙәткән.

Сит ил журналистары Британия ультрамарафонсыһы Шон Конвейҙың сәйәхәтен айырыуса ныҡ яҡтыртҡан. Ул Европаны велосипедта тиҙ арала үтеп рекорд ҡуйҙы. Конвей Рок морононан (Португалия, Европаның иң көнбайыштағы нөктәһе) старт алды һәм 25 көндә 6,4 мең саҡрым үтеп, сәфәрен Өфөлә тамамланы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға