«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт Левитаны Әхәт Мортазин иҫтәлегенә



24.04.2019 Башҡорт Левитаны Әхәт Мортазин иҫтәлегенә

Әлеге мәлдә Өфө урман хужалығы техникумының спорт залында Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле диктор, Әхәт Мортазин Мортазин кубогына волейбол ярышы башланды.

Асыу тантанаһында Әхәт Мортазиндың тормош иптәше Тәнзилә Үлмәҫбаева, улы Салауат, ҡыҙы Гүзәлиә, техникум директоры Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, телекомпания директоры Рөстәм Ришат улы Зарафутдинов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.

Спорт ярышында көс һынашасаҡ командаларҙа (улар алтау) башлыса "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре тупланған. Улар түҙемһеҙлек менән гәзит-журналдар журналистарынан торған команданың килеүен көтә, сөнки йылдар буйы улар араһындағы уйындар көсөргәнешле үтә, еңеүсене асыҡлау бик ауырға төшә.







Автор: Дәүләт Бәков
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға