«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хуш бул, Йоонас Кемппайнен!



24.04.2019 Хуш бул, Йоонас Кемппайнен!

"Салауат Юлаев" хоккей клубының яңы етәксеһе үҙенең барлыҡ тиерлек лидер спортсыларына артабан уйнарға килешеүҙәрен оҙайтты. Тик уларҙың фин милләтле беренсе кимәл һөжүмсеһе Йоонас Кемппайнен менән борсаҡтары бешмәне.

Спортсы Өфө командаһына "Сибирь" клубынан күскән ине. Ике йыл адуамында ул үҙен юғары кимәлдәге форвард итеп танытты.

Үткән плей-офта Кемппайнен 17 матчта 14 (10+4) мәрәй туплап, үҙенә "+11" файҙалы булыу күрһәткесе яһаны. Яңы контрактта уға күберәк эш хаҡы тәҡдим иткәндәр, тик спортсы килешеүгә риза булманы. Уның менән бәйләнешкә Санкт-Петербург СКА-һы сыҡты, Йоонас хәҙер уға күсәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға