«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаумы, йәшен!



24.04.2019 Һаумы, йәшен!

Йәшендәр ҡасан башланасағы тураһында билдәле булды.

Билдәле тип, фараз ғына инде. Синоптиктар, баш ҡалала быйылғы тәүге йәшен 2 майҙа йәшнәйәсәк, ти. Республика буйынса ла май байрамдарында булыр, моғайын. Ямғырҙар ҙа башлана.

Беҙҙә шул инде: байрам етһә йә буран да йә ямғыр йә һыуыҡ. Барыбер байрамдарыбыҙ байрамса үтә.

Бошонмағыҙ, ямғырҙан һуң донъя тағы ла йәмләнеп ҡалыр, йәшеллеккә күмелер, ҡояш та болот араһынан йыш-йыш күренеп алыр. Яҙ етте бит, яҙ!

Әйткәндәй, май байрамдарында һауа температураһы +10-дан +21-гәсә буласаҡ, тиҙәр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға