«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!



19.04.2019 Бөгөн Бәраәт кисен доғала үткәрегеҙ!


Бөгөн – Бәраәт кисе. Шағбандың 15-се көнө алдынан мосолмандар үҙҙәре өсөн һәм әруахтар рухына бағышлап, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау доғалары уҡып үткәрә. «Йәсин” сүрәһен уҡып, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала. Аллаһы Тәғәлә йылына бер мәртәбә, тап ошо төндә, Түбәнге күккә төшә һәм ҡолдарының доғаларын тыңлай. Ярлыҡау һорағандарҙы һәм гонаһтарын юйғандарҙы ғәфү итә, диндарҙарҙың иң лайыҡлыларына алдағы йылға бәхет һәм бәрәкәт бирә.
„ Бәраәт кисе - изгелектәр өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелгән бер бүләк“, - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр. Бөтә бәндәләрҙең, бөтә мәхлүктәрҙең, алдағы бер йылға йыйыр ризығы, мал-мөлкәте, донъя тормошона мөнәсәбәте булған дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм фани донъянан күсеп китәсәк кешеләр – бөтәһе лә ошо кистә билдәләнә.
Мосолмандар Бәраәт көндәрен ураҙа тотоп, саҙаҡа биреп, иманға ярашлы башҡа эштәр менән мәшғүл булып үткәрә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға