«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?



19.04.2019 Әүлиә шишмәһендә һыу сыҡҡанмы икән?

Сыҡмаһа, ҡасан сыға, тип һораны бөгөн Силәбелә йәшәүсе таныштар.

Бер уларҙы ғына был һорау борсомай, шуға яуап эҙләп кисен Фәнүр Шаһиевҡа яҙайым, тигәйнем, уның сәхифәһендә (тылсым буйынса тиерһең!) яҙыу ҙа килеп сыҡты: “Әүешкүлдә һыуыҡ. Ҡар тулыһынса иреп бөтмәгән. Әүлиә шишмәһендә һыу әлегә юҡ. Май баштарында көтөлә. Һыу күренеү менән хәбәр итермен. Йыл һайын беҙ һыуҙың сығыу мәлен дә, ағыуҙан туҡтағанын да белдереп торабыҙ.” Шулайтып, Фәнүрҙән һөйөнсө көтөп ҡалабыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға