«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Мир” картаһын ал да...



18.04.2019 “Мир” картаһын ал да...

Төркиәнең “Ишбанк”ы беҙҙең “Мир” карталарын үҙ банкоматтарында, POS-терминалдарында ҡабул итә башланы. Сиратта был илдең башҡа банктары ла тора. Мәйтәм, туристар өсөн бик ҡулай.

Рәсәйҙең Милли түләү системаһы ("Мир"ҙың операторы) башлығы Владимир Комлев белдереүенсә, туристик миҙгел башланыуға “Мир” картаһын Төркиәнең 400 мең самаһы сауҙа-сервис ойошмаһында, шул иҫәптән ҡунаҡханаларҙа, 10 мең самаһы интернет магазинда, ”Ишбанк”тың 6,5 банкоматында рәхәтләнеп ҡулланырға була.

2019 йыл аҙағына “Мир” системаһы 12 илдә эшләйәсәк. Башлыса Рәсәй туристары күпләп барған дәүләттәрҙә.

Йәтеш инде, шул картаңа аҡса һалып алаһың да, әйҙә, тиненә тиклем сит илдә ҡалдырып ҡайтаһың.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға