«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикабыҙҙа тағы бер завод төҙөләсәк



18.04.2019 Республикабыҙҙа тағы бер завод төҙөләсәк

Башҡортостанда геотуҡыма етештереү буйынса тәүге завод төҙөләсәк.

Благовещенск ҡалаһы биләмәһендә урынлашасаҡ яңы предприятие 150 кешене эш урындары менән тәьмин итәсәк. Был проектҡа һалынасаҡ инвестициялар 750 млн һум тәшкил итәсәк.

Синтетик геотуҡыма тимер һәм трамвай юлдарын төҙөүҙә, ремонтлауҙа ҡулланыла. Әле иһә Рәсәй уны сит илдән һатып ала.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға