«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проекттар тормошҡа ашһын өсөн комитеттар булдырылды



17.04.2019 Милли проекттар тормошҡа ашһын өсөн комитеттар булдырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, республикала милли проекттарҙы тормошҡа уңышлы ашырыр өсөн проект комитеттары ойошторолдо.

Улар «Демография», «Мәғариф», «Мәҙәниәт», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Хеҙмәт етештереүе һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү», «Кесе, уртаса эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү» милли проекттарына ярҙам итәсәк.

Комитеттар составына республика хөкүмәте, профилле министрлыҡ-ведомстволары, ойошма-учреждениеларынан вәкилдәр инде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға