«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Робот – ат



17.04.2019 Робот – ат

Роботтар беҙҙең донъяға иркенләп ингәндән-инә. Хәйер, кеше үҙе бар итә бит уларҙы. Робот кешене “ялға” ебәрә. Эшһеҙ ҡалдыра. Алмаштыра. Машиналар менән һуғыш буласаҡ, тигән фараз да бар.

АҠШ-та роботтарҙы йөк аты иткәндәр. Бер нисә пар “тимер ат”мы, этме тигәндәй, ҡыштыр-ҡыштыр атлап, йөк машинаһын тарта. Уларҙың һәр береһенең 14 килограмм йөккә көсө етә. Юл да бер аҙ өҫкәрәк менә, әммә роботмы һуң инде бирешә торған нәмә?! Был йөк тартыу эшендә иң алдан башына радар тағып ике роботты ҡуйғандар. Ҡалғандары – арттан. Унаулашып бергә фураны тартҡандар.

Етештереүселәр (Boston Dynamics) әйтеүенсә, роботтар конвейерҙан сыҡҡан, тиҙҙән ҡулланыусыларға барып етәсәк. Хаҡы менән теүәл таралыу датаһы билдәле түгел әлегә.

Беҙгә килеп етһә, һатып алһам фәлән, өйөмдәге йыһаздарҙы күсерергә ҡушырмын, бәлки. Кухняла һауыт-һаба ташышһа ла... Яңғыҙ йәшәүселәргә эттән, бесәйҙән дә шәберәк тә баһа. Ярҙамсы!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға