«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусыларҙы йөҙөргә өйрәтерҙәрме?



17.04.2019 Уҡыусыларҙы йөҙөргә өйрәтерҙәрме?

Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы президенты, дүрт мәртәбә олимпия чемпионы Владимир Сальников Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Аудиенция мәлендә йөҙөү спортын төбәктә үҫтереү, бының өсөн инфраструктура булдырыу тураһында фекерҙәр яңғыраны.

Данлыҡлы спортсы мәктәп уҡыусыларын һәм үҫмерҙәрҙе күпләп йөҙөргә өйрәтергә тигән тәҡдим яһаны.
"Йөҙә белеү сәләмәт һәм оҙаҡ йәшәүгә тура юл аса. Ул шулай уҡ батып барғандарҙы ҡотҡарырға, кеше ғүмерен һаҡларға мөмкинлек бирә", - тине Владимир Сальников.

Радий Фәрит улы спорт министрлығына был һорауҙы нығыраҡ өйрәнер өсөн федерация менән әүҙемерәк мөнәсәбәт итергә бойорҙо. Төбәк башлығы быйыл республикала алты бассейн асыласаҡ тине. Улар Әлшәй, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Шаранда урынлашасаҡ. Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Т.Йәнәби урынында ла бассейн сафҡа инергә тора. Баш ҡаланың Ҡамышлы урамында Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына Спорт әҙерлеге үҙәге йөҙөүселәрҙе ҡабул итәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға