«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Липецк янында тағы ла бер һалдат үлгән



15.04.2019 Липецк янында тағы ла бер һалдат үлгән

Башҡортостанда йәнә бер ғаиләгә ҡара ҡайғы килде - кисә, 14 апрелдә Липецк янындағы хәрби аэродромда 22 йәшлек һалдат һәләк булған.

GOROD48 порталы хәбәр итеүенсә, егет үҙ-үҙенә автоматтан атҡан.

Фажиғәгә ҡарата урындағы тәфтишселәр әлегә аныҡ яуап ҡайтармай, икенсе инстанцияларға ебәрәләр.

7 апрелдә Приморье крайында ла шундай фажиғә теркәлде. Унда һалдат мина яланында минаға баҫып шартлаған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға