«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Притон юҡ ителде



03.02.2011 Притон юҡ ителде

Наркокүҙәтеү идаралығының «ышаныс телефоны»на Өфөнөң Зорге урамы йорттарының береһендә наркомандар йыйыла, тигән шылтыратыу булғас та, полиция шунда уҡ сара күрә - әйтелгән адрес буйынса тикшерергә барып та етә. Бер бүлмәле фатирҙа, баҡһаң, дезоморфин яһау өсөн медицина препараттары, химия реактивтары туп-тулы, имеш. Оперативниктар наркотиктан иҫереп ултырған биш кешене лә ҡулға алған. Уларҙың икәүһе генә эшләй, ҡалғандары - әрәмтамаҡтар. Араларында балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Етмәһә, притон ойоштороусы ла - әсә кеше. Фатир оҙаҡ ваҡыт йыуылмаған: түбәләре һөрөмләнеп бөткән, иҙән тәмәке төпсөктәренән, тотонолған шприцтарҙан тайып йығылырлыҡ, стенала – ҡан таптары. Бында килеп йөрөүселәрҙең күпселеге бер нисә тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған. «Ә ни өсөн тап дезоморфин яһайһығыҙ?» - тигән һорауға: «Арзан», - тип яуаплаған наркомандар. Шуны белһен ине кеше: дезоморфин ҡулланған наркоман сама менән бер йыл йәшәй, үлмәгән хәлдә лә аяҡ-ҡулдары серейәсәк, йә башҡа ауыр сиргә дусар буласаҡ.
Гөлнур ХӘЛИМУЛЛИНА,
«Неприкосновенный запас Башкортостана» наркотикка ҡаршы лигала ҡатнашыусы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға