«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әсәлек таланттар аса"



12.04.2019 "Әсәлек таланттар аса"

«Башҡортостан» телерадиокомпания Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә республикала йәшәгән һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күргәҙмә үткәрә.

Әсәлек - һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормошондағы иң бәхетле һәм ижади миҙгеле булып тора. Бала тыуғандан һуң хис-тойғолары һәм ижады һүрәт төшөрөүҙә сағылған ҡатын-ҡыҙҙар күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырыла.

Был акцияға төбәк етәксеһе Каринэ Хәбирова башланғыс биргән. Ул үҙе әсә булғандан һуң һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан һәм үҙе кеүек рәссамдар менән танышҡан.
- Күп әсәләрҙең үҙ сабыйын көткәндә йәки тыуғандан һуң һүрәт төшөрә башлауын белеү мине шаҡ ҡатырҙы. Башҡортостан Республикаһы талантлы кешеләргә бик бай. Үҙем барған һәр районда мин профессиональ һәм һәүәҫкәр рәссамдар менән танышам, шуға күрә лә һүрәт төшөрөүсе әсәләрҙе ярҙам итеү теләге килеп тыуҙы", - ти Башҡортостандың тәүге ледиһы.

"Әсәлек таланттар аса" күргәҙмәһе һөнәри белеме булмаған ҡатындарға үҙ таланттарын асырға мөмкинлек бирәсәк. Картинаны акварель, гуаль, пастель, балауыҙ аҡбур, төҫлө йәки ябай ҡәләмдәр менән төшөрөргә мөмкин. Үлсәме һәм темаһы ирекле.

Күргәҙмәлә ҡатнашыр өсөн семьярб.рф сайтына үтергә, ҡағиҙәләр менән танышырға кәрәк. Унан һуң анкета тултырырға һәм ижад емешегеҙҙең фотоһүрәтен нығытып, mama_risyet@mail.ru электрон почтаһына хат ебәрегеҙ. Шулай уҡ йәшәү урынындағы "Семья" үҙәгенә флешка менән алып барырға мөмкин. Ғаризалар 25 апрелгә тиклем ҡабул ителә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға