«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гүзәлдең 101 тарихы



15.04.2019 Гүзәлдең 101 тарихы

“101 тарих” – “Юлдаш” радиоһында Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналған яңы проект. Проекттың маҡсаты – автономия төҙөлгән йылдарҙы, унан һуңғы дәүерҙе икенсе яҡтан асыу.

Тапалмаған, быға тиклем артыҡ телгә алынмаған, йә бөтөнләй һөйләнелмәгән хәл-ваҡиғаларға туҡталыу, эксперттар, тарихсылар менән уларға анализ яһау. Тарихи шәхестәр, граждандар һуғышы, милли ғәскәрҙең бер аҡтар, бер ҡыҙылдар яғына сығыуы, бөйөк юлбашсыларҙың был ваҡиғаларға биргән әһәмиәте – барыһы ла тәрән эҙләнеү, уйланыу, бәхәс, фекер алышыуға ҡоролған. Һәм улар ҡыйыу, асыҡ әйтелә. Тапшырыу архив материалдарына таянып әҙерләнә. Махсус проектҡа етди ҡараған “Юлдаш” радиоһы бының өсөн Мәскәү ҡалаһына эшлекле сәфәр ойошторҙо. Проект авторы Гүзәл Ситдиҡова Ленин исемендәге Рәсәй дәүләт китапханаһында, Рәсәй дәүләт сәйәси тарих архивында, Химки ҡалаһында урын­лашҡан гәзит-журналдар Рәсәй архивында материалдар тупланы. Алда йәнә хәрби архивҡа барыу ниәте лә бар.

Хронология буйынса, 1919 йылдан совет осороноң биш йыллыҡтарына тиклем ваҡиғалар теҙмәһен барлау ҡаралған. Тапшырыуҙа хәтерҙәрендә был осор һаҡланған ябай тыңлаусылар ҙа, тарихсылар ҙа, был дәүерҙе өйрәнеп, ҙур романдар яҙған яҙыусылар ҙа ҡатнаша. Рәсәй дәүләт архивтарында һәм Мәскәү китапханаларында һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы итеп тыңлаусы ҡарамағына еткерелә.

Башҡортостандан ниндәй телеграммалар киткән һәм Мәскәүҙә уларға ниндәй баһа биргәндәр? Ғәҙәттә, ике төрлө. Ни өсөн ҡайһы бер документтар “засекречено” тамғаһы менән һаҡланған? Сәбәптәре етди. Эфирға сығасаҡ киләһе тапшырыу – халыҡты ҡырған аслыҡ тураһында. Бында ла әлегәсә артыҡ яңғырамаған мәғлүмәттәр, тарихи сығанаҡтар ҡулланыла.

Айына бер сыҡҡан тапшырыу күләмле һәм үҙ тыңлаусыларын табып өлгөрҙө лә инде. Һәр өлөшөн музыкаль яҡтан биҙәү ентекле һәм уйланылып башҡарылғанға күрә, бәләкәй генә фильм килеп сыға. Тыуған ерегеҙҙең үткәндәрен белергә теләһәгеҙ, “101 тарих”ты тыңлағыҙ. Һеҙҙә лә үҙенсәлекле тарих һаҡлана икән, ҡушылырға, бүлешергә саҡырабыҙ. Хаттар өсөн адрес – Sitdikova77@mail.ru





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға