«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ханов ҡайҙа киткән?



11.04.2019 Ханов ҡайҙа киткән?

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһынан китеүен белдерҙе.

Ете йыл был вазифала эшләү дәүерендә ул академтеатрҙың элекке данын, ижад ҡеүәһен, ҡайтарҙы, Рәсәй кимәлендә танылыу яулатты. 2018 йылда коллектив Федор Волков исемендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһына лайыҡ булды, дүрт йыл "Алтын битлек" фестивалендә ҡатнашты.

Театрҙың 100 йыллыҡ юбилейы һәм Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестивале алдынан художество етәксеһенең эштән китеүе күптәрҙе аптыратты. Әлегә был вазифаны ваҡытлыса театр директоры Иршат Фәйзуллин башҡарасаҡ. Ә Олег Ханов хеҙмәт юлын актер булараҡ академтеатрҙа дауам итәсәк.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға