«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һин – талпандан түгел, талпан һинән һаҡланһын!



10.04.2019 Һин – талпандан түгел, талпан һинән һаҡланһын!

Йылы миҙгел етте. Тимәк, бөжәктәр ҙә уянды. Юҡ, ҡурҡмағыҙ, әле колорадо ҡуңыҙына иртәрәк. Себен дә ул тиклем ҡурҡыныс түгел. Талпан тураһында һүҙ.

Әйтеүҙәренсә, талпан ҡаҙала ла башлаған. Бигерәк тә уның энцефалит вирусы хәүефле. Аллам һаҡлаһын! Шуға ла тәбиғәткә сыҡҡанда ипләп йөрөгөҙ. Ҡайтҡас, мотлаҡ кейемегеҙҙе, сәсегеҙҙе тикшерегеҙ. Талпан йәбешһә, уны алып та, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, йүгерегеҙ табипҡа йә фельдшерға!

Ҡаҙалған талпанды алғанда ла һаҡсыллыҡ кәрәк. Башы тороп ҡалмаһын. Пинцет менән алығыҙ, һуңынан дезинфекциялағыҙ (70 процентлы спирт, 5 процентлы йод йә одеколон һөртөгөҙ). Ҡулығыҙҙы һабынлап йыуырға онотмағыҙ.

Шикле талпанды вирусология лабораторияһына килтерергә мөмкин. Адресы: «ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в Республике Башкортостан», Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт.
Уның филиалдары:
— Стерлитамакский филиал ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в РБ» (г. Стерлитамак, ул. Революционная, д.2а);
— Бирский филиал ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в РБ» (г. Бирск, ул. Калинина, д.18);
— Нефтекамский филиал ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в РБ» (г. Нефтекамск, ул. Социалистическая, д.10);
— Туймазинский филиал ФБУЗ «Центр гигиены и эпидемиологии в РБ» (г. Туймазы, ул. Лесовода Морозова д.1).





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға