«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Китапханала ла театр



08.04.2019 Китапханала ла театр

Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы "Театрҙан алып Китапҡа тиклем" Бөтә Рәсәй акцияһына саҡыра. 19 апрелдә "Китапхана төнө" проектына ярашлы, ҡала китапханалары иртәнән башлап төнгә тиклем асыҡ була. Бай программа һәр кемдең күңел зауығына тап килерлек итеп төҙөлгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә уның шиғырҙары төрлө милләт телдәрендә яңғырай. "Башҡортостан Республикаһы" энциклопедияһының исем туйы республиканың 100 йыллығына арнала. Тамашасылар театр актерҙары менән осрашыуҙа ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора ала. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетының Эстрада миниатюралары театры һәм "Эм-Патио" плейбэк театры үҙҙәренең ижадын тәҡдим итә. Кескәй тамашасылар иһә "Африка арыҫланы нисек әҙәбиәтте һатҡан" спектаклен ҡарай ала, бер ыңғайҙан һәр кем өсөн "Әкиәткә сәйәхәт" телетапшырыуына төшөү өсөн кастинг үткәрелә.
Кисәлә кубик-рубик йыйыу, кляксография, һүрәт төшөрөүҙең ғәҙәти булмаған алымдары, ҡағыҙ пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре, өҫтәл уйындары ойошторола. Һирәк осрай торған китап күргәҙмәһендә XIX һәм XX быуат башындағы китаптар менән танышырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ робот техникаһы менән танышыу һәм селфи өсөн театр зонаһы тәҡдим ителә.
"Китапхана төнө 2019" Wanderers ут театрының сығышы, концерт һәм бүләктәр уйнатыу менән тамамлана.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға