«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күршеләр килә



05.04.2019 Күршеләр килә


17-18 апрелдә Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәрен үткәреү өсөн Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов етәкселегендәге делегация килә. Байрам Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү барышында ойошторола.


Ике туғандаш республиканың башлыҡтары Өфөлә сәнәғәт предприятиеларына, Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының технопарктарына бара. "Татарстан — Башҡортостан" бизнес-форумы барышында "Машиналар эшләү", "Нефть сәнәғәте", "Һаулыҡ һаҡлау", "Мәғариф", "Ауыл хужалығы", "Энергетика" һәм "Туризм" кеүек йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ Татарстан Республикаһы артистары ҡатнашлығында сәнғәт концерт программаһы күрһәтелә.
17 апрелдә Нур» татар дәүләт театры алдындағы майҙанда татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәле асыла. Мәҙәни-күңел асыу һәм спорт саралары: концерттар, күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, Башҡортостан һәм Татарстан командалары араһында көрәш буйынса ярыштар, футбол һәм волейбол уйындары ҡаралған. Шулай уҡ ике республиканың милли командалары ветерандары ҡатнашлығында хоккей уйыны ойошторола.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға