«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы «баш» этәргес булмаҡсы



06.04.2019 Яңы «баш» этәргес булмаҡсы

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командаларының 21-се туры уҙҙы.

Чемпионат лидеры – «Зенит» уйынсылары «Ырымбур» клубын 3:1 иҫәбенә еңеп, позицияһын нығыта төштө. Хәҙер улар турнир таблицаһының икенсе-өсөнсө урындарын бүлешкән «Локомотив» менән «Краснодар»ҙан алты мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Ә бына ЦСКА еңгән хәлдә, дәғүәселәрен үтеп, икенсе урынға сығыр ине. Әммә ул үҙендә «Өфө» футболсыларын 2:0 иҫәбенә еңә килеп, һуңғы өҫтәмә ваҡытта еңеүҙе ҡулынан ысҡындырҙы. Беҙҙең команда яңы «баш» аҫтында (ошо тур алдынан «Өфө»гә баш тренер итеп Вадим Евсеев һайланды) икенсе осорҙоң 87-се минутында иҫәпте ҡыҫҡартып ҡына ҡалмай, ә һуңғы мәлдә тигеҙләүгә лә өлгәшә.

Шулай итеп, өфөләр кәрәкле мәрәй яулап, үҙ тарихында тәүгә әрме клубы менән уның яланында тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Евсеевтың тәрбиәлә­неүселәренә элитала урынын һаҡлап ҡалыу өсөн киләһе осрашыуҙарҙа мәрәйҙәрен юғалтырға ярамай. Һәр хәлдә, бер-ике баҫҡысҡа үрләү киләсәккә этәргес буласаҡ.

Киләһе уйынын «Өфө» уйынсылары үҙендә алтынсы урында килгән «Ростов» менән уҙғара. Һуңынан уларға «Енисей», «Арсенал», «Рубин», «Урал», «Крылья Советов», «Спартак», «Ырымбур» һәм «Локомотив» командалары менән көс һынашырға тура киләсәк.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға