«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбей "ПДД"-ны 98 тапҡыр боҙған



04.04.2019 Әбей "ПДД"-ны 98 тапҡыр боҙған

Ауырғазы районында йәшәгән бер инәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен 98 (!) тапҡыр боҙған. Машина менән тыйылған урында туҡтаған, тиҙлек арттырған, ике тоташ һыҙатты үтеп боролған, махсус транспортты үткәрмәгән - бер "лихач" әбей булып сыҡҡан.

Шаяртабыҙ тип уйламағыҙ. Беҙ шаярта ла алабыҙ, тик суд приставтары уйынлы-ысынлыны аңламай. Улар "һеҙ 50 мең һумлыҡ штрафтар түләргә тейеш" тип әбейгә ҡарата 89 башҡарыу эше асҡан. Документтарға ҡарағанда, әбей Мәскәүҙә "лихачить" иткән.

Аҙаҡтан ғына шуныһы асыҡланған: илебеҙҙең баш ҡалаһында инәйҙең ейәне йәшәй. Ул машинаһын өләсәһе исеменә теркәгән булған, шуға ла бар штрафтары Ауырғазы районына киткән.

Приставтар әбейҙе һәм ейәнен бурыстарын түләмәүселәргә ҡарата ҡулланылған санкциялар барлығы тураһында киҫәткән. Һөҙөмтәлә ир штрафтарҙы түләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға