«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң шәп йырсы егеттәр Ҡазан киткән ти...



03.04.2019 Иң шәп йырсы егеттәр Ҡазан киткән ти...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев етәкселегендәге "Карауан" эстрада төркөмө Рәшит Ваһапов исемендәге XV Халыҡ-ара татар йыры фестивале йәш башҡарыусылар конкурсында 1 урын яуланы!

Башҡорт эстрадаһының береһенән береһе талантлы, матур һәм шәп егеттәре Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙан, Марсель Ҡотоев һәм Салауат Мөхәмәтйәров Ҡазан ҡалаһынан оло еңеү менән ҡайтты. Улар "Вокал ансамбль" номинацияһында еңеү яуланы.
Әйткәндәй, ошо уҡ фестивалдә башҡорт егеттәре Алмас Сирусин - 2-се ("Академ вокал" номинацияһы), Раушан Сөләймәнов 3-сө ("Эстрада йыры") урындарҙы яуланы. Һай африн, үҙебеҙҙекеләргә!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға