«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Биш ҡалаҡ менән нисек ябығырға?



02.04.2019 Биш ҡалаҡ менән нисек ябығырға?

Күптән бер көс һалмайынса, анһат ҡына ябығырға теләй. Был бик ауыр. Шулай ҙа сәләмәт туҡланыу өлкәһе белгестәре бер сағыштырмаса еңел алымды белә.

Улар "Биш ҡалаҡ" тигән диета. Ҡайһы бер тулы кәүҙәле кешеләрҙең ашҡаҙаны күләме ҙурайған. Шуға күрә лә улар саманан артыҡ ашай һәм килограмдар туплай. Ә бына был ябығыу алымы уларға ярҙам итә ала. Нимәһен айырып әйтергә кәрәк - ашауға ҡарата сикләү юҡ. Әлбиттә татлы, майлы ризыҡтар, ҡамыр аштары, фастфуд тыйыла.

"Биш ҡалаҡ" диетаһын тотҡанда ике шартты үтәргә кәрәк: порцияның күләме биш аш ҡалағынан (яҡынса 150 грамм) артмаҫҡа һәм ашау аралары өс сәғәт тәшкил итергә тейеш.

Ошолайтып туҡланғанда ашҡаҙан күләме кәмей, кеше яйлап ябыға һәм артабан һимермәй. Белгестәр был алым аҙнаһына өс килограмдан алты килограмға тиклем ябыҡтыра тиҙәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға