«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө урамында ниндәй кино төшөрҙөләр икән?



01.04.2019 Өфө урамында ниндәй кино төшөрҙөләр икән?

Һәр кемдең ҡулында телефон булғас рәхәт, урамда ҡыҙыҡ нимә күрә, шуға камера төҙәйҙәр. Төшөрәләр ҙә интернет селтәренә һелтәйҙәр. Бына тағы бер ҡыҙыҡ күренеш һелтәнгән. Ахыры, бер боевик фильмы төшөргәндәр.

Бик сәйер кейенгән кешеләр урамда йөрөгән. Берәүһе башына осло тимер кәпишун кейгән, икенсеһе арыу ғына ҡылыс менән китеп бара икән. Өсөнсөһөндә – противогаз. Тимер балта тотҡан бер ҡыҙ ҙа булған араларында. Ысста-а (тиер ине Баймаҡтар), был ниндәй кино була инде?!

Шул арала социаль селтәрҙәрҙә яуап килеп сыҡҡан. “Яугирҙар” видео һалған. Баҡһаң, быйыл Silent Hill уйынының (компьютер уйыны) тәүге өлөшө барлыҡҡа килеүенең 20 йыллығы, имеш. Фанаттар шулай байрам иткән.

...Минең берәй уйынсығымдың юбилейы түгелме икән, тип хәтер ебен тағата башланым әле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ufacitynews.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға