«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наурыҙыбыҙ – яҙғы Яңы йылыбыҙ!



01.04.2019 Наурыҙыбыҙ – яҙғы Яңы йылыбыҙ!

Яҙ, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт символы булған Наурыҙ Башҡортостанда 2000 йылдан алып республика байрамы кимәлендә билдәләнә. Быйыл сара яңы майҙансыҡта — Затон биҫтәһенең “ЕврАзия” агропаркында үтте. Бер һылтауҙан, Беренсе былау чемпионаты ла ойошторолдо.

Яҙғы байрамда кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, барлыҡ үпкәһен онота, йырлай, бейей, рәхәтләнеп күңел аса. Агропарк майҙансығын да байрам кәйефе солғап алғайны. Һәр халыҡтың тирмәһе алдындағы милли аҙыҡтан мул өҫтәл, йыр-моң, күргәҙмә әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәй.

—Наурыз мейрамы кутты болсын! — ти ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ.
—Новруз байраминиз мюбарек! — тип яуаплай әзербайжандар.
—Навруз байрами билен! Эзгулик ва бахтлик! — тип йылмая үзбәктәр.
—Иди Навруз муборак бод! —тип күрешә тажик егеттәре.

Ниндәй телдә яңғырамаһын, тәьҫирләндергес ҡотлауҙарҙы тәржемәһеҙ ҙә аңларға була. Был байрам беҙҙе берләштерә, татыулаштыра.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға