«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөт кухнялары асыла: балалар туйып ҡаласаҡ



01.04.2019 Һөт кухнялары асыла: балалар туйып ҡаласаҡ

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров өс йәшкәсә балалар өсөн һөт кухнялары асырға ҡушҡайны. Нисек, был эш барамы, тиерһегеҙ.

Ысынлап та, һөт кухняларын ҡабаттан тергеҙеү буйынса эштәр бара. Ошо йәй Стәрлетамаҡта хатта балалар аҙығын етештереүсе махсус фабрика ла эшләй башлаясаҡ.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе эштәре идарасыһы Алексей Гусев белдереүенсә, предприятие 1 июлдә асыласаҡ. Ул матди хәле насар ғаиләләрҙән барлығы 1408 баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк. Фабрикала 15 төрлө ризыҡ етештерергә күҙаллайҙар. Әлбиттә, продукция Стәрлетамаҡ ҡалаһы балаларына ғына эләкмәй, ә аҙнаһына ике тапҡыр Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай райондары, Салауат ҡалаһына ла ебәреләсәк.

Артабан (яҡынса 2019 йылдың аҙағы – 2020 йылдың башы) ошондай фабрикалар филиал булараҡ Нефтекама, Сибай, Октябрьский, Белорет ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, әлеге көндә Өфөлә эшләгән һөт кухняларын да киңәйтеү күҙаллана.

Әле республикала өс йәшкә тиклемге 150 мең бала бар. Шуларҙың 26 меңе, халыҡсан әйткәндә, “льготник”, йәғни һөт ризыҡтарын бушлай алырға хоҡуҡлылар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға