«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсүл Сәғитов уйҙары менән уртаҡлаша



01.04.2019 Рәсүл Сәғитов уйҙары менән уртаҡлаша

5 апрелдә танылған яҙыусы һәм радиожурналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәсүл Сәғитов "Уртаҡлашыр уйҙарым" моноспектакленә саҡыра. Ул БДПУ-ның Тамашалар залында, 18.00 сәғәттә башлана.

Бөрйән районында тыуып үҫкән Рәсүл Хәсән улы Сәғитов үҙенең хеҙмәт юлын "Таң" гәзите редакцияһында башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районының "Урал" гәзитендә - хәбәрсе, ҡаланың 1-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1991 йылда Рәсүл Сәғитов "Башҡортостан" дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: ябай хәбәрсенән башлап ул "Юлдаш" радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе вазифаһына тиклем күтәрелгән шәхес. Мәскәү телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең һөнәрен камилләштереү институтын, артабан Башҡортостан Республикаһы Президентыҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлай. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.

"Даирә", "Асыҡ студия", "Заман һулышы" радиотапшырыуҙары, "Үткән заман", "1956", "1975" күп сериялы документаль радиофильмдары, "Тарих теҙмәһе" күп сериялы документаль телевизион фильмы тап Рәсүл Хәсән улы башланғысы һәм тырышлығы хеҙмәте булып тора.
Ете йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға