«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әрмегә китәсәк егеттәр



01.04.2019 Әрмегә китәсәк егеттәр


Бөгөндән хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Илебеҙҙә 135 мең егет әрме хеҙмәтенә алынасаҡ.

Быйылдан башлап йәше етеп тә, мәктәптә уҡыуы сәбәпле, әрмегә барыуҙан кисектереү алғандар юғары уҡыу йортонда уҡыған осоронда ла был хоҡуҡ менән файҙалана аласаҡ. Хәрби хеҙмәт йәшендәгеләргә хәҙер теркәлеү урыны буйынса ғына түгел, йәшәгән, эшләгән урынындағы хәрби комиссариатта хәрби иҫәптә тороу мөмкинлеге бирелде.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға