«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәхим итегеҙ – “Юл белгесе” мобиль ҡушымтаһы



01.04.2019 Рәхим итегеҙ – “Юл белгесе” мобиль ҡушымтаһы

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға бәйле интернет сервис асылыуы тураһында һүҙ булды. Мобиль ҡушымта презентацияһы шәп! Әммә бөтәһе лә видеороликтағы һымаҡ ҡулаймы икән?

Уныһын тикшергәндәр. Эйе, ҡушымта бар. Ул эшләй. Әммә теркәлеү проблемаһы бар, фото “тейәгәндә” бер аҙ тотҡарланаһың. Етмәһә, соҡор фотоһының ҡайһы урында икәнен ҡушымта автоматик рәүештә күрһәтмәй, башҡарыусыны дөрөҫ атамай, “паролде иҫләп ҡалырға” тигән опцияһы юҡ... Башҡа етешһеҙлектәре лә бар.

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, әйтелгән бөтә иҫкәртеүҙәр буйынса эш бара. Шулай ҙа уға Радий Хәбировтан тағы бер тапҡыр “эләкте”. Ҡушылған эш тулыһынса үтәлмәгән. Ҡушымтала етешһеҙлектәр күп. Программа юҡ.

– Мин ҡасан һеҙҙән эшләгән программа аласаҡмын? – тип һорау бирҙе республика етәксеһе.
Яуаптан ишетеүебеҙсә, бер аҙнанан барыһы ла буласаҡ. Эйе, беҙ көтәбеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға