«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аграр тармаҡтың хәле шәптән түгел?!



01.04.2019 Аграр тармаҡтың хәле шәптән түгел?!

Сираттағы оператив кәңәшмәлә БР хөкүмәте ағзалары, район башлыҡтары, белгестәр быйылғы яҙғы сәсеү мәсьәләһен ҡараны. Бөтәһе лә шыма түгел икән беҙҙә.

Беләһегеҙ, Башҡортостан һәр ваҡыт ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләне. Әммә был позицияны юғалтыуыбыҙ ҙа ихтимал.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановтың сәсеү эштәренә әҙерлек тураһындағы докладын тыңлағандан һуң былай тине:

– Билдәле булыуынса, аграр тармаҡҡа бүленгән ҡаҙна аҡсаһының күләме йылдан-йыл арта. Әммә етештереү индексы түбән төшә. Был мине борсой. Беҙ сәнәғәт кимәле төшөр, тип уйлағайныҡ. Беҙҙең ауыл хужалығы һәр ваҡыт ғорурлығыбыҙ булды. Тик быйылға ла күҙаллауҙар бик күңелһеҙ... Әлеге кире тенденцияны үҙгәртергә тейешбеҙ.

Ысынлап та, бүленгән аҡса күләме арта барғанда етештереү кимәле төшкәс, һорау тыуа – был аҡсалар һөҙөмтәһеҙ үҙләштереләме ни?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға