«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һылыуҡай - 2019" конкурсында кемдәр ҡатнашыр?



01.04.2019 "Һылыуҡай - 2019" конкурсында кемдәр ҡатнашыр?

Өфөлә республиканың төп матурлыҡ бәйгеһе финалына һайлап алыу үтте. Ҡыҙҙар өс этапта көс һынашты. Улар тәүҙә үҙҙәре тураһында һөйләне, баһалама комиссияһы ағзалары һорауҙарына яуап бирҙе. Унан һуң һәр береһе ижади номер менән сығыш яһаны. Аҙаҡтан дефиле булды.

Ошо һылыуҡайҙар конкурста ҡатнашасаҡ:

- Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы),
- Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй),
- Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй),
- Гөлфиә Ҡоҙашева (Йылайыр),
- Диана Шөғәйепова (Салауат районы),
- Миләүшә Баязитова (Учалы),
- Алина Гәзизова (Салауат ҡалаһы),
- Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура),
- Алһыу Хасаева (Сибай ҡалаһы),
- Сәлима Солтанғолова (Федоровка),
- Элина Мөхәмәтова (Нефтекама ҡалаһы)

12-се бәйгесе, «Мәскәү һылыуҡайы-2019», 7 апрелдә билдәле буласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға