«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был сирҙе ирҙәр күберәк йоҡтора



01.04.2019 Был сирҙе ирҙәр күберәк йоҡтора

Башҡортостанда йыл башынан алып был вирус 788 кешелә теркәлгән. Уларҙың 500-ө ирҙәр. 61 кеше УФСИН рәшәткәләре артында йәшәп тора.

Бигерәк ҡурҡыныс һандар. Ә-ә, ниндәй вирус икәнен әйтмәнем дә. Республикала ВИЧ йөрөтөүселәр һаны артҡан. Былтырғы ошо ваҡыттағы күрһәткестәрҙе сағыштырып, процент менән иҫәпләгәндә “үҫеш” уртаса 10,67 процент. Өфөлә сирлеләр 25,98 процентҡа күбәйгән.

ВИЧ башлыса енси юл менән йоға. 320 кеше шулай йоҡторған. Һандарҙан күренеүенсә, вирус ирҙәрҙе нығыраҡ “ярата”, буғай. Әллә ирҙәр?..





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға