«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Авангард"тар менән "Салауат"тар, Сәкән һуға Мәскәү боҙонда...



30.03.2019 "Авангард"тар менән "Салауат"тар, Сәкән һуға Мәскәү боҙонда...

"Авангард"тар менән "Салауат"тар,  Сәкән һуға Мәскәү боҙонда..."Авангард"тар менән "Салауат"тар,
Сәкән һуға Мәскәү боҙонда.
Кемдәр еңер, кемдәр еңелерҙәр
Билдәһеҙ әле был уйында.

Күҙҙәр эйәрмәй сәкәнселәргә,
Ел еткермәй ҡыуа бер берен.
Бары ҡурҡаҡтар сәкән уйнамай,
Был спорт баҫып алған ер йөҙөн.

Тыуған Илем күрке "Салауат"тар,
"Авангард"ҡа бармаҫ бирешеп.
Яғалашыр улар боҙ майҙанда,
Алдағы көндәрҙә күрешеп.

Еңеү беҙҙә булыр Аллаһ бирһә,
Урал бөркөттәре саялар!
"Салауат"тар барҙа ары торһон,
Ҡаф тауҙарҙай ғорур ҡаялар!

(Хәлиҙә апайҙан)





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға