«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 15 йәшлек әсәйгә әсәй табылған



30.03.2019 15 йәшлек әсәйгә әсәй табылған

Берәүҙәр ҡартайып килгәндә әсә булыу бәхетенә ирешә, ә икенселәр үҙҙәре бәлиғ булмаҫ элек үк сабый тыуҙыра. Яҙмыштан уҙмыш юҡ шул. Башҡортостанда ла үтә йәш әсәйҙәр осрап ҡуя. Бына 15 йәшлек ҡыҙ-ҡатындың да бала табыуы тураһындағы хәбәр таралғайны бит әле, ишеткәнһегеҙҙер. Йәш әсә етем булып, бик ауыр хәлдә ҡалғайны. Хәҙер иһә уның сабыйы олатай-өләсәйле булды.

Был 15 йәшендә бала тапҡан ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә әсәһенең әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе арҡаһында күп нәмә күргән. Тәүҙә детдомда йәшәгән, аҙағыраҡ тәрбиәгә алғандар. Шунан, һөйгән егетенән ауырға ҡалып, ирҙән, аборт эшләт, тигәнде ишеткәс... Ҡыҫҡаһы, йәш әсә социаль ярҙам үҙәгендә йәшәргә мәжбүр булған. Опека органдары уға, дөрөҫөрәге уларға, ғаилә эҙләгән. Бөтә ил буйынса тәҡдимдәр күп алынған.

Хәҙер иһә Татьяна менән туғыҙ айлыҡ булып киткән Айлина ҡыҙы менән Архангел районына яңы ата-әсәһенә күсенә. Зилиә һәм Усман Рамаҙановтар уны үҙ хәстәрлегенә алған. Был ғаиләнең тәжрибәһе етерлек, улар 17 бала үҫтергән. Яңыраҡ бер инвалид малайҙы ла тәрбиәгә алған.

Ә Татьяна мәктәпте тамамлап, табип булырға хыяллана. Хыялы тормошҡа ашһын!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға