«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәбәрсебеҙ Ейәнсурала балалар сәнғәт мәктәбенә ингән



29.03.2019 Хәбәрсебеҙ Ейәнсурала балалар сәнғәт мәктәбенә ингән

Хәбәрсебеҙ Ейәнсурала балалар сәнғәт мәктәбенә ингәнЕйәнсура районда 1964 йылда асылған Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә 10 йүнәлеш буйынса 400 ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 16 уҡытыусы эшләй.

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелгән сарала балалар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте, еңеүҙәрен барланы. Сәнғәт мәктәбен Люциә Ғәйнулла ҡыҙы Ғәлиева етәкләй.

Район башлығы Дәмин Марат улы киләсәктә малайҙарҙан торған гармунсылар ансамблен күрергә теләк белдерҙе.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға