«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Арғымаҡ” ниңә королгә барыуҙан баш тартҡан?



29.03.2019 “Арғымаҡ” ниңә королгә барыуҙан баш тартҡан?

“Арғымаҡ” төркөмө Сауд Ғәрәбстанынан ҡайтып төштө. Егеттәр “Дөйәләр cабышы” фестивалендә ҡатнашҡан. Был сараны ил короле шәхсән үҙе контролдә тота икән. Байрамға 98 илдән ике мең самаһы ҡунаҡ йыйылған. Йыр-моңдан тыш, күсмә халыҡтарҙың төрлө уйындары, йолалары, ярыштары ойошторолған.

Сүллектә уҙған фестивалдә “Арғымаҡ” төркөмө “Этномузыка” һәм “Этнохит” номинацияларында гран-при яулаған. Уларҙың сығышы барыһын да таң ҡалдырған, хатта король музыканттарҙы осрашыуға саҡырған.

Төркөм етәксеһе Ринат Рамазанов әйтеүенсә, аудиенция 24 мартҡа тәғәйенләнгән булған. Ә “Арғымаҡ” 23 мартта республиканың 100 йыллығына арналған концертта сығыш яһағанлыҡтан, егеттәргә оло мәртәбәнән баш тартырға һәм саранан һуң шунда уҡ самолетҡа ултырырға тура килгән.

“Арғымаҡ” төркөмөн, еңеүселәр булараҡ, 10 мең доллар менән бүләкләгәндәр. Егеттәр был сумманы студияларын яңыртыуға һәм яңы йырҙар, клиптар яҙҙыртыуға тотонасаҡ.

Ринат Рамазанов ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға