«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембайҙа студент етенсе ҡаттан ташланған



29.03.2019 Ишембайҙа студент етенсе ҡаттан ташланған

Губкин урамындағы дөйөм ятаҡ янында бейектән ҡолап төшкән егет табылған. Шаһиттар, тәүҙә өҫкө ҡаттарҙан ҡый ташланылар, тип уйлаған. Тәүге булып ярҙамға килеүселәр әйтеүенсә, егет шунда уҡ йән бирмәгән. Төшөрөлгән видео ла был хаҡта һөйләй.

17 йәшлек егет урындағы колледжда электрлыҡҡа уҡып йөрөгән булған. Әлегә тикшереү эштәре бара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға