«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн кис утты һүндерергә онотмағыҙ



30.03.2019 Бөгөн кис утты һүндерергә онотмағыҙ

Сөнки йыл һайын марттың һуңғы шәмбеһендә донъяла «Ер сәғәте» акцияһы уҙа. Планетала йәшәүселәр экология проблемаларына, климат алмашыныуына иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында урындағы ваҡыт буйынса киске 9-сы яртыла утты һәм бөтә электр приборҙарын бер сәғәткә һүндерә. Акцияны Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора.
Ҡараңғыла өйҙә ултырырға теләмәйһегеҙ икән, киске 9-сы яртыла фонариктар менән Өфөләге Ҡунаҡһарай янына флешмобҡа килегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға