«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Апрель айында кемдәр юбилейҙарын үткәрә?



01.04.2019 Апрель айында кемдәр юбилейҙарын үткәрә?

2 – шағир, драматург, прозаик Вил ҒҮМӘРОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1949 – 1994).
3 – БР-ҙың элекке эске эштәр министры, Башҡортостандың атҡа­ҙанған юрисы, генерал-майор Рауил ФӘЙРҮЗОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1949 – 1996).
7 – дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, иҡтисад фәндәре кандидаты, РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Рамаҙан ӨМӨТБАЕВТЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1924 – 1997).
– Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы Рәжәп ШӘЙХЕТДИНОВҠА – 70 йәш (1949).
8 – инженер-механик, физика-математика фәндәре докторы, профессор, академик, Рәсәй фәндәр ака­демияһының мөхбир-ағзаһы Марат ИЛҺАМОВҠА – 85 йәш (1934).
22 – күренекле журналист, философия фәндәре кандидаты, отставкалағы подполковник, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан ҠОТОШОВҠА – 95 йәш (1924).
24 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дамир ҒӘЛИМОВҠА – 75 йәш (1944).
25 – яҙыусы, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим ХИСАМОВҠА – 70 йәш (1949).





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға