«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кубоклылар кубокһыҙҙарға ҡаршы һынау тотасаҡ…



29.03.2019 Кубоклылар кубокһыҙҙарға ҡаршы һынау тотасаҡ…

йәки «Салауат Юлаев» командаһы миҙгел алдынан ҡуйған маҡсатына ирешеп, данлы юлын дауам итер, тип ышанғы килә

«Салауат Юлаев» хоккейсылары Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Автомобилист» командаһын дөйөм 4:1 иҫәбенә еңеп, Гагарин кубогының финалына сыҡты. Ул үҙ тарихында бишенсе тапҡыр ошо уңышҡа өлгәште. Беренсе тапҡыр КХЛ-дың икенсе миҙгелендә Конференция финалына сығып, «Аҡ барс»тан отолоп төшөп ҡала. Икенсе йылында иһә, «Атлант» клубын еңеп, Гагарин кубогын яулай. Һуңынан 2013/2014 һәм 2015/2016 йылдарҙа Конференция финалында Магнитогорскиҙың «Металлург»ына ҡаршы тора алмай, бәйгелә ҡатнашыуҙан мәхрүм ҡала. Һәм бына хәҙер төп финалға сығыу өсөн «Авангард» уйынсылары менән көс һынашасаҡ. Омск өлкәһе клубы менән юлаевсылар плей-оффта өс тапҡыр уйнай. Гагарин кубогының беренсе миҙгелендә өфөләр уларға 1/8 финалда отолһа, ҡалған икеһендә юлаевсылар «Авангард»ты бер үк 4:3 иҫәбенә еңә.

Көнбайышта ҡалын кеҫәле ЦСКА менән СКА командалары кемдең кемлеген асыҡлаясаҡ. Улар КХЛ барлыҡҡа килгәне бирле плей-оффта бишенсе тапҡыр көс һынаша. Тәүге өсәүһендә өҫтөнлөк Нева яры уйынсылары яғында булһа, уҙғанында Мәскәү клубы еңеүҙе байрам итә. Тик ул арауыҡта СКА ике тапҡыр финалға сығып, ике тапҡыр «Гагарин»лы булһа, ЦСКА командаһы иһә ике тапҡыр ул мөмкинлекте ҡулынан ысҡындыра.

Ғөмүмән, ярымфиналға сыҡҡан дүрт команданың икеһе төп призды яулап, тәмен татыһа, ЦСКА – ике, «Авангард» бер тапҡыр финалда ҡатнашып, тәжрибә туплай.

Шулай итеп, беҙҙе бик ҡыҙыҡлы Конференция финалдары көтә. Һәр хәлдә, «Салауат Юлаев» командаһы миҙгел алдынан Конференция финалына сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны, әле туҡтарға уйламай, үҙен күрһәтер, тип ышанғы килә.

***
КХЛ-дың киләһе миҙгеле 1 сентябрҙә старт аласаҡ.
Унда быға тиклем сығыш яһаған бар 25 команда ла ҡатнашасаҡ. Сөнки быйылғы миҙгел тамамланмаҫ борон чемпионат етәкселеге «Амур», «Адмирал», «Северсталь» һәм «Слован» клубтарынан баш тартырға уйлағайны.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға